“Милли кейемдә халыҡ мәҙәниәте сағылышы”

Бөгөн Өфөлә ошо темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Унда ғалимдар, сәнғәт белгестәре, милли кейем етештереүселәр ҡатнашты. “Уҡсылар ярышта мотлаҡ милли кейемдә булырға тейеш. Бындай кейем хәрәкәттәрҙе сикләмәй, үҙеңде ышаныслы тойорға мөмкинлек бирә”, - тип иҫәпләй “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡайһы берәүҙәр милли кейем боронғолоҡҡа ҡайтыу, артта ҡалыу тигән фекерҙә. Ундай кешеләр ныҡ яңылыша, ти Юлай Ғәлиуллин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн Башҡортостанда милли кейем көнө билдәләнә. Республиканың төрлө төбәктәрендә милли кейем байрамы, парад, күргәҙмә  һәм оҫталыҡ дәрестәре үтә.