“ТКО-Башҡортостан” тип аталған автоматлаштырылған система ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын ташыуҙы онлайн режимда күҙәтергә мөмкинлек бирә. Төбәк операторҙары сүп-сарҙы сығарыу буйынса даими отчет биреп барырға тейеш. Мәҫәлән, контейнер майҙансыҡтарынан көнкүреш ҡалдыҡтары алынғаны фотоға төшөрөлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса сүп-сар сығарыуға тариф ҡайтанан ҡарала. Ул сентябрҙә яҡынса ике тапҡырға артырға тейеш ине. Әммә Радий Хәбиров төбәк операторҙарына хаҡты арттырыу алдынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу хеҙмәтен яҡшыраҡ башҡарыу талабын ҡуйҙы.
#хабиров #тко