Аварияла «Рено» менән «Хендай Крета» автомобилдәре бәрелеште.
Видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән яҙманан күренеүенсә, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы яғынан килгән кроссовер водителе светофорҙың ҡыҙыл уты яныуға ҡарамаҫтан боролошто үтеп ҡалырға ашыға. Ошо мәлдә ул такси автомобиленең юлын ҡаплай. Көслө һуғылыу һөҙөмтәһендә «Хендай» баштүбән әйләнә. Бәхеткә күрә, аварияла бер кем дә зыян күрмәй.