Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Надежда Бабкина менән осрашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рус йыры» Мәскәү дәүләт академия театрының художество етәксеһе Надежда Бабкина менән осрашты. 

Рәсәйҙең халыҡ артисы икенсе йыл рәттән Башҡортостанда үҙенең проекты – «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны үткәрә. Үҙизоляция режимы ғәмәлдән сығарылғандан һуң был республикалағы тәүге күләмле мәҙәни сара. 2 сентябрҙән алып фестивалдә ҡатнашыусылар Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә сығыш яһаны. Фольклор байрамы барлығы 50 меңдән ашыу тамашасыны йыйҙы. Әңгәмә барышында Радий Хәбиров танылған йырсыға рәхмәт белдереп, халыҡтың мәҙәни сараларға һыуһауын билдәләне.

Надежда Бабкина үҙ сиратында Башҡортостанда милли мәҙәниәттең яҡшы үҫешеүен билдәләне. Халыҡ та бында күп кенә төбәктәр менән сағыштырғанда дәртлерәк кеүек күренә. Уларҙың энергетикаһынан ыңғай тәьҫораттар алаһың, тине халыҡ артисы. Осрашыуҙа шулай уҡ киләһе йыл республикала уҙасаҡ бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләре тикшерелде. Һуңынан Радий Хәбиров ҡунаҡҡа башҡорт түшелдереге бүләк итте.

Илдар Байбулатов.