Сара быйыл республика район-ҡалаларынан тыш, донъяның төрлө илдәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында ла киң билдәләнде. Бигерәк тә, интернет селтәрҙәрендә халыҡ ҙур теләк менән ҡатнашты. Байрам Өфө амфитеатры майҙанында ҙур флешмоб менән тамамланды. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәхнәлә Башҡортостан һылыуҙары. Стилләштерелгән башҡорт милли кейемдәре менән улар дефилегә сыҡты. Кейем-һалымдың ниндәй генә өлгөһө юҡ. Күндән тегелгәне, ҡиммәтле турһыҡтан эшләнгәне лә, шулай уҡ тамбурлы, йә иһә, ҡайып сигелгәндәренә ҡарап, хатта, башҡа милләт вәкилдәре лә көнләшерлек.
Сара заманса стилде генә түгел, төрлө милләт халыҡтарының милли өлгөләрен дә асып һалды. Уларҙың төрлөлөгөнә ҡарап күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Парад быйыл флешмоб менән генә сикләнеүенә ҡарамаҫтан халыҡ байрамға дәррәү йыйылды. Республиканың төрлө төбәктәренән килеүселәр ҙә бар ине.
Сараға көндөң ел-ямғырлы булыуы ла ҡамасауламаны, кеүек. Ул тағы ла халыҡты сәмләндереп тотош Өфө амфитеатры майҙанын шаулатты. Милләт-ара татыулыҡты һәм дуҫлыҡта йәшәгән республика халҡы теләктәшлеге хороводта асыҡ сағылды.
Азат Ғәлиуллин.