Һаулыҡ өсөн автоуҙыш

Your browser doesn't support HTML5 video.

#Анелия, йәшә! ӨфөләКүмертау ҡалаһындайәшәгән йәш ярымлыҡ Анелия Рәфғетдинованың сәләмәтлеге өсөнборсолоусылар тап ошондай девиз аҫтында автоуҙышҡа йыйылды. Умыртҡа һөйәгемускулдары артофияһынан интегеүсе сабыйға ихлас йөрәктән ярҙам ҡулыһуҙырғателәүселәр Өфөнөңбиатлон майҙанына йыйылды. Махсус байраҡтар һәм плакаттар менән биҙәлгән кортеж ҡаланың Октябрь проспектынан үтте. Акция хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Анелияны аяҡҡа баҫтырыуға ҙур суммала аҡса талап ителә. Был хаҡта ҡыҙҙың ата-әсәһе һәм яҡындары әленән -әле социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт итә. Хәйриә фондтарынан Стәрлетамаҡтағы «Әсәһәмбала» сабыйҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Бер гонаһһыҙ ҡыҙҙың киләсәге кешеләрҙең ни тиклем мәрхәмәтле һәм  йомарт булыуынан тора.

Бөгөнгө акцияла йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Өфөрайоны Нөрлө ауылынан Гөлзиә Сапиева # Анелия, йәшә! акцияһына йөрәк ҡушыуыбуйынса килгән. Бындай аяныслы хәл менән кемдә дә булһа күҙгә-күҙ осрашырға мөмкин. Йәш ғаиләгәҡыҙҙарынаяҡҡа баҫтырыуға бөтә Башҡортостан менән дәррәү күтәрелгәндә генә ярҙам итеп була бит.

Ысынлап та, күмәкләгән -яу ҡайтарған. 160 миллион һум аҡсаны йыйыу-тәү ҡарашҡа тормошҡа ашмаҫ хыял кеүек күренә, әммә 4 миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Башҡортостан өсөн был күтәрә алырҙай cумма, кеше башына 40 һум.

Һәр кемебеҙ бер генә тапҡыр ошо сумманы экрандағы иҫәпкә күсергәндә.

4276 0600 4167(СБЕРБАНК) Анелияны аяҡҡа баҫтырыу өсөн тейешле сумманы йыйып, Америка ҡушма шттаттарында сығарылған ЗОЛГЕНЗМА препаратын һатып алырға мөмкин. Был уколды Анелияға ике йәше тулғансыға тиклем һалырға кәрәк. Ярты йыл ваҡыт арауығында ата-әсәһе һәм яҡындары был сумманы йыйырға тейеш. Әлегә тейешле аҡсаның  һигеҙ миллион ярым һумы ғына йыйылған,мәрхәмәтле һәм сабый сәләмәтлегенә иғтибарлы булайыҡ

Йәш ярымлыҡ Анелия Рәфғетдиноваға ярҙам итергә теләүселәр республиканың төрлө төбәктәренән килгән. Улар бөтәһе лә киң йәмәғәтселекте бәләкәй генә кешенең ҙур проблемаһына иғтибар йәлеп итер өсөн автоүҙышта ҡатнашты.

Гүзәл Борханова.