Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ике яңы депутат һайланды

14-се Новиков һәм 35-се Металлургтар һайлау округтары буйынса 12 кандидат теркәлгәйне. Яҡынса мәғлүмәт буйынса иң күп тауыштар “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәрендә. Новиков һайлау округында Салауат Хөсәйенов 69,6 процент, Металлургтар һайлау округында Флүр Уразмәтов 65,5 процент тауыш йыйған.