11 кешенең ғүмере өҙөлгән, 90-дан ашыуы имгәнгән. Республика баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов социаль селтәрҙәр аша водителдәр һәм йәйәүлеләрҙе иғтибарлы булырға саҡыра. Әйткәндәй, иртәгәнән “БСТ”, “Ҡурай”, “Сәләм” һәм башҡа телеканалдарҙа юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәткән сығарылыштар башлана. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.