Урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлауҙа граждандарҙың 52 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Айырыуса Благовар, Тәтешле, Миәкә районы халҡы юғары әүҙемлек күрһәткән. Ә ҡалалар араһында Сибай алдынғылыҡты бирмәй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайланған Новиков һәм Металлургтар округында иң күп тауышты Салауат Хөсәйенов менән Флүр Уразмәтов йыйған. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы, сәғәт таңғы ете. Һайлау участкаһы асылып та өлгөрмәй, ә тәүге һайлаусылар тауыш бирергә әҙер. Иң тәүҙә гражданлыҡ бурысын Нурия Солтангилдина үтәй, уға иҫтәлеккә бүләк тә тапшырыла.

Берҙәм һайлау көнөндә республикала 3 меңдән ашыу һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асты, тауыш  исемлегендә  3 миллионға яҡын кеше. Райондарҙа муниципаль кимәлдәге депутаттар һайланһа, Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы, Өфөнөң Совет районы халҡы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатар һайлай. Ике округта бөтәһе алты кандидат. Совет районында урынлашҡан 399-сы һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, сәйәси компания законға ярашлы, тыныс шарттарҙа үтә. Хәүефһеҙлек талаптары үтәлгән.

Һайлау участкалары ағзалары үҙҙәре килә алмағандарҙың өйҙәренә лә бара. Өфөнән 82 йәшлек Фәниҙә Әнәсова бындай иғтибарға ҡыуанып бөтә алмай.  Ул  сәләмәтлек торошо буйынса тауыш бирергә бара алмаған, әммә гражданлыҡ бурысын үтәүенә шат.

Һайлау участкаһы ағзалары әйтеүенсә, тауыш биреүселәр араһында өлкән быуын вәкилдәре лә, йәштәр ҙә күп, йәмәғәтселектең сәйәси үҙаңы үҫешә. Һәр кеше  киләсәктең үҙ тауышынан да тороуын яҡшы аңлай. Мәҫәлән, Өфөнөң 408-се участкаһында  һуңғы тауыш биреүселәр ишектәр ябылырға биш минут ҡалғас ҡына килде. Ә артабан инде тауыштарҙы иҫәпләү башлана.

Һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләре билдәле. Һандар күрһтәеүенсә урындағы үҙидара органдарына депуттар һайлауҙа иң тәүге баҫҡыста Берҙәм Рәсәй партияһы вәкилдәре килә, икенсе урында Коммунистар, өсөнсөлә либерал-демократик партия вәкилдәре. Халыҡтың әүҙемлегенә килгәндә иң юғары күрһәткесте Благовар, Тәтешле, Миәкә халҡы күрһәткән, ә ҡалалар араһында-Сибайҙар.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депуттары һайланған  ике муниципаль берәмектә-Өфөнөң Совет районын үҙ эсенә алған Новиков һайлау округында Салауат Хөсәйенов, Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһының Металлургтар һайлау округында Флүр Уразмәтов алдынғылыҡты бирмәй, Улар икәүһе лә 70 процентҡа яҡын тауыш  йыйған.

Рәмзиә Кәримова.