Баш ҡала хакимиәте төбәк операторына 6 яңы сүп-сар сығарыу техникаһы тапшырҙы. Автопарктың яңырыуы көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһының өҫтөнлөклө йүнәлеше. Камаз автомобиле нигеҙендә йыйылған ҡеүәтле техника эште күпкә тиҙләтәсәк.
Сүп-сар реформаһы еңел генә бирелмәй. Төбәк операторҙары дәүләт ярҙамына ла мохтаж. Сөнки улар ҡалдыҡтарҙы сығарып ҡына ҡалмай, үтилләштерергә лә бурыслы. Был эш ҙур сығымдар талап итә. Экологтар өсөн ҡалдыҡтарҙың тиҙ һәм ваҡытында сығарылыуы ғына етмәй. Уның эшкәртелеүе һәм икенсел сеймалға ебәрелеүе лә мөһим.
Айнур Кәбиров.