«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә Балтаста торлаҡ йорт майҙаны төҙөкләндәрелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Проектҡа ярашлы, фатир хужалары теләге буйынса йомшаҡ ҡатлам түшәлгән балалар һәм спорт майҙансығы сафҡа инде. Бынан тыш, биләмәлә тротуарҙар, парковка яңыртылып, видеокүҙәтеү ҡоролмалары беркетелде. Тәртипкә килтерелгән бина янында сүп-сар өсөн урналар ҡуйылды. Ихатаны төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан 2 млн һум аҡса бүленә.

Балтас районы үҙәгендә яңы ял паркы ла асылды. Майҙанда  балаларҙың физик мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн бөтә шартта тыуҙырылған. Уйындар майҙансығы, спорт комплексы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. 7 млн һумлыҡ социаль объект федераль программа буйынса төҙөлә.

Флорида Ким.