Баш ҡалала – 5, Октябрьскийҙа – 6, Ҡалтасы, Көйөргәҙе, Туймазы һәм Өфө райондарында 3-әр йорттоң йылытыу системаһы яңыртылған. Дөйөм алғанда, ремонт эштәре тиҫтәнән ашыу район-ҡалала атҡарылған. 2014 йылдан алып республикала йылытыу тәьминәте селтәрҙәре күп фатирлы 191 йортта яңыртылған.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, ремонт барышында йортта йәшәүселәрҙе эшселәрҙе фатирҙарына индерергә ризалатыу мәсьәләһе лә ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Йыш ҡына идарасы компанияларға фатирға инеү мәсьәләһен хатта, суд аша хәл итергә тура килә.
Гөлдәриә Йосопова.