Башҡортостанда башҡорт телен үҫтереү буйынса проекттарға ике миллион һум күләмендә грант бүленде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөләге тауыш яҙҙырыу студияһы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт телен күтәреү буйынса мәғарифты үҫтереү фондына ике миллион һум күләмендә грант бүленде. Маҡсат Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды тарафынан тормошҡа ашырылған. Финанс ярҙам яңы йырҙар ижад итеүгә, клип, роликтар төшөрөүгә тотоноласаҡ. Бар ижади проекттар менән студияның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Проект йәштәр аудиторияһына йүнәлтелгән. Авторҙар әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында алып барылған социаль һорауламалар һөҙөмтәһенә ярашлы, 77 процент ғаилә рус телендә аралаша, ә 89 проценты балаларына инглиз теленән репетитор яллауға тотона. Тик 6 процентты башҡорт теленән түңәрәк булдырыу яҡлы. Был йәһәттән, проект ағзалары яңы төр программа дәүләт телен популярлаштырыу һәм пропогандалау йәһәтенән отошло булыуын билдәләй.

Азат Ғәлиуллин.