Быйыл ул Башҡортостандың иң яҡшы 10 мәҙәни учреждениеһы исемлегенә инеп, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектында еңеүсе була. Был аҡсаға музыка аппаратураһы, пианино, кресло, милли костюм, аяҡ кейемдәре һәм хореография класы өсөн ҡоролмалар һатып алына.
Мәҙәниәт йорто коллективы яңы кейемдәре менән «Евразия йөрәге» фестивален асыу тантанаһында сығыш яһаны.
Әлфинә Килдейәрова.