Асҡын районында Урмияҙ ауыл мәҙәниәт йорто һәм шишмә тирә-яғы төҙөкләндерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ауыл мәҙәниәт йортонда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына ярашлы ремонт яһалған. Бинаның түшәме, иҙәне һәм стеналары буялған, тәҙрәләре, ишектәре алыштырылған. Клуб эсендә балалар майҙансығы  эшләнгән. Уйнарға, уҡырға һәм күңел асырға бөтә шарттар булдырылған. «Кесе Ватан» программаһы буйынса  матди-техник база яңыртылған. Яҡтыртыу ҡоролмалары, яңы гармун, мандолина, гитара һәм башҡа музыкаль  уйын ҡоралдары һатып алынған. Ремонт эштәренә барлығы өс миллион һумға яҡын аҡса тотонолған. Мәҙәнәиәт усағында төрлө ижади түңәрәктәр эшләп килә. Уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә уларға теләп йөрөй. Быға тиклем клуб түшәменән һыу аҡҡан, йылытыу системаһы ла насар эшләгән. Хәҙер яңы ҡаҙанлыҡ эшләй.  

Ауылдың Шәхәүетдин шишмәһе иһә президент программаһы ярҙамында төҙөкләндерелгән. Шишмә янында беседка ҡуйылған, уға алып барыусы юлға таш түшәлгән, һәм сығанаҡ аша күпер эшләнгән. Шишмәнең һыуы шифалы ти, урындағылар, уны сәй ҡайнатыу, аш-һыу әҙерләү өсөн генә тотоналар.  Төй йылғаһына ҡойған инеш ике йөҙ йыл элек ауылда йәшәүсе Шәхәүетдин атлы уҙаман ҡаҙып сығарған. Быйыл уны тергеҙеү өсөн президент грантына ғариза бирелгән һәм уның һөҙөмтәһендә 200 мең һум аҡса бүленгән. 

Рәмилә Исмәғилева.