Өфөнөң Менделеев һәм Кувыкин урамдары киҫелешендәге күп фатирлы йорт төҙөлөшөндә өлөшсөләрҙең аҡсаларына ҡул һуҙған торлаҡ төҙөлөшө кооперативының ике етәксеһенә ҡарата Совет районы суды бөгөн хөкөм ҡарары сығарҙы. Суд ултырышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
«Треугольник» торлаҡ комплексы Өфөнөң Менделеев, Кувыкин һәм Баҡалы урамдары киҫелешендәге майҙанды биләй. Мөһабәт бина Мәскәүҙәге Сталин йорттарын хәтерләтә. Ҡыҙғанысҡа, уның тарихы ғына ғорурланырлыҡ түгел. 10 йылдан ашыу бында төҙөлөш бара. Эштең оҙаҡҡа һуҙылыуы, баҡтиһәң, проекттың күләмле булыуы менән генә бәйле түгел. Тәфтишселәр фекеренсә, кооператив етәкселеге өлөшсөләрҙән аҡса йыйыуын йыйған, ләкин йөкләмәләрен үтәмәгән. 67 кооператив ағзаһының 139 миллион һум аҡсаһы кемдәрҙеңдер тәрән кеҫәһенә инеп юғалған.
Судта торлаҡ төҙөлөшө кооперативы рәйесе Рәзиф Әбдрәшитов менән подрядсы ойошма етәксеһе Андрей Чеботорывҡа ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше ҡаралды. Уларҙың береһе 38, икенсеһе 36 йәштә. Ирҙәр күләмле мутлашыуҙа ғәйепләнде. Әммә суд ултырышы барышында эштең күренгәнсә генә ябай түгеллеге асыҡланды. Тикшереү барышында ғәйепләнеүселәрҙең 39 миллион һумды урлауҙа ҡатнашыуы дәлилдәр менән раҫланған, ҡалған 100 миллион һум иһә хөкөмгә тарттырылыусыларға тиклем торлаҡ кооперативы менән идара иткән шәхестәр намыҫында булыуы фааразлана. Шуға ла Совет районы суды ҡарары нигеҙендә эштең был йүнәлеше айырым тикшереүгә ебәрелде.
«Треугольник» өлөшсөләренең бер өлөшөн төп башына ултыртҡан Рәзиф Әбдрәшитов суд ҡарары менән иркенән мөхрүм ителде. Киләһе ике йылды уға дөйөм режимдағы колонияла үткәрергә тура киләсәк. Уның менән бергә енәйәт эшенә тарттырылған Андрей Чеботырев шартлы рәүештә ике йылға хөкөм ителде. Улар ҡаҙна иҫәбенә 900 меңшәр һум штраф түләргә тейеш буласаҡ. Ғәйепләнеүселәргә район суды ҡарарын шулай уҡ юғары инстанцияға апппеляцияға биреү хаҡы танылды.
Рафиҡ Әхмәтшин