Республика парламенты Һайлау кодексына үҙгәреш әҙерләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарға талап арта. Ҡануниәткә ярашлы, ауыр енәйәт ҡылған кешеләр тауыш биреүҙә кандидатураһын күрһәтә алмай. Депутаттар был исемлекте киңәйтергә тәҡдим итә. Мәҫәлән, кешене суидцидҡа этәреүҙә ғәйепләнгән, бәлиғ булмағандарҙы енәйәт ҡылыуға ылыҡтырған, башҡалары милкен тартып алғандар һайлауҙа кандидат булараҡ ҡатнаша алмай. Закон проекты сентябрҙәге пленар ултырышта ҡарала.

#госсобраниерб #выборы