Өфөлә 39 миллион һум урлаған мутлашыусыларға хөкөм ҡарары сығарылды

Ике ир торлаҡ төҙөлөшөндә халыҡтан аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнде. Республика Прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, мутлашыусылар торлаҡ кооперативы булдырған. Әммә бурыстарын үтәмәгән. Ошо сәбәпле 10 кеше матди зыян күргән. Өфөнөң Совет районы суды торлаҡ кооперативы етәксеһен 2 йылға иркенән мәхрүм итте, уның ярҙамсыһы шартлы рәүештә 2 йылға хөкөм ителде һәм 900 мең һум шраф түләргә тейеш.

#прокуратурарб #мошенничество