Бөгөндән “Театрлы Волга буйы” мәктәп һәм студент коллективтары фестиваленең икенсе миҙгеле башлана

Уның төп маҡсаты – йәштәр театр ижадын үҫтереү. Фестиваль ике этапта үтә, һайлап алыу туры йыл аҙағынаса дауам итә. Үткән йылда “Театрлы Волга буйы” фестивалендә Межгорье ҡалаһынан “Пауза” студияһы ҡатнашып, “Иң яҡшы мәктәп спектакле” номинацияһында еңеү яулағайны.