Өфөнөң Борисоглебский урамындағы ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр нисәмә йылдар билдәһеҙлектә көн итә. Фатир эсенә үтеп ингән ҡар-ямғыр һыуҙары арҡаһында түшәм ишелеп төшһә лә, улар авария хәлендә тип табылмаған. Шул уҡ ваҡытта йорттарҙың яҡын киләсәктә һүтеләсәге тураһында имеш-мимештәр ҙә йөрөй.
Ямғыр яуа ҡалһа, Наталья Нәбиеваның өс бүлмәле фатиры биҙрә-тастар менән тула. Тамсылап тамһа ла, ҡуйылған һауыт-һаба һанаулы ваҡыт эсендә тула. Был хәл беренсе йыл ғына ҡабатланмай. Мәсьәләне идарасы компания, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа күп һанлы мөрәжәғәттәр ҙә хәл итмәй.
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге йорт 50-се йылдар башында сафҡа инә. Косметик ремонттан тыш, бында төҙөкләндереү саралары күрелмәгән. Хатта, түшәм ишелеп төшкән осраҡтар ҙа булған. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.
Әйткәндәй, Борисоглебский урамындағы йорттарҙың реновация программаһына индерелеүе билдәле. Тимәк, әлегеләре һүтеп ташланып, яңыһы төҙөләсәк тигән һүҙ. Тик эш ҡасан башланыр, әлегә билдәһеҙ.
Азат Ғәлиуллин.