Башҡортостанда урамдарҙы яҡтыртыу программаһы дауам итә

Беренсе вице-премьер Андрей Назаров Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышы үткәрҙе. Унда ауыл һәм ҡалаларҙа урам яҡтыртҡыстары ҡуйыу мәсьәләһе ҡаралды. Былтыр ҡабул ителгән программаға ярашлы, 28 меңдән ашыу яҡтыртҡыс һәм 5 мең ярым бағана ҡуйылған.

Коронавирус сәбәпле был эш туҡтап ҡалды. Программаны артабан дауам итеү мөһим, әммә бюджет аҡсаһын экономиялау маҡсатында, яҡтыртҡыстарҙы энергия сервисы компаниялары иҫәбенә, концессион килешеүҙәр йәки бүлеп түләү шарты менән ҡуйырға кәрәк, тип белдерҙе ултырышта Андрей Назаров.