Сибай ҡалаһында Төбәк-ара мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы башланды. Быйыл ул онлайн тәртиптә уҙғарыла. Мөнәжәт әйтеү, нәсихәт башҡарыу, Мәүлит Ямалетдинов шиғри юлдарға һалған Ҡөрьән сүрәләрен башҡарыу номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә.
“Милли мәҙәниәттең һирәк башҡарылған жанрын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторолған конкурста теләгән һәр кем ҡатнаша ала”, - ти билдәле сәсәниә, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонкурс онлайн-режимда 16 октябргә тиклем дауам итә. Сара барышында “Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә мөнәжәт һәм нәсихәттәрҙең йоғонтоһо” тигән түңәрәк өҫтәл ойошторола.