Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығышында булды

Тәүҙә Башҡортостан Башлығы Дыуан районы Ярославка ауылы хужалығы менән танышты. Бында орлоҡ етештереү буйынса завод төҙөлә. Радий Хәбиров хужалыҡтарға Росагролизинг ойошмаһы менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы һәм техника алыуҙа республика яғынан ярҙам буласағын белдерҙе.

Артабан республика етәксеһе Таҙтүбә ауылында туҡтап халыҡ менән аралашты. Кешеләр ауылдағы мәктәп төҙөлөшө мәсьәләһенә иғтибар итеүен үтенде. Намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмаһы сәбәпле объект ваҡытында файҙаланыуға индерелмәй ҡалған. Радий Хәбиров бының өсөн яуаплы кешеләрҙе язаға тарттырырға һәм киләһе йылдың 1 сентябренә мәктәпте асырға вәғәҙәләне.

Мәсәғүт ауылында Республика Башлығы район мәҙәниәт йортонда булды. Бында китапхана, музыка мәктәбе, спорт залы бар. Радий Хәбиров китапханасыларға исемлек әҙерләргә һәм шул китаптарҙы бүләк итергә вәғәҙәләне. Шулай уҡ, Мәсәғүт ауылында бассейн төҙөү ниәте булыуын да әйттеп үтте. Спорт объекты 2023 йылда асылырға тейеш.

         Мәсәғүттә Радий Хәбиров Дыуан күп профилле колледжында ла булды. Колледжда төрлө йүнәлештәр буйынса белгестәр уҡытыла. Киләсәктә йылҡысылар әҙерләү планы ла бар. Радий Хәбиров был йүнәлештә “Аҡбуҙат” ипподромы менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә тәҡдим итте. Бында һыбайлылар мәктәбен асыу ҡарала. Башҡортостан Башлығы студенттар менән аралашты һәм иң яҡшыларын Өфөгә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйынына саҡырҙы.

Түбәнге Ҡыйғы ауылы мәҙәниәт йорто эшселәре менән осрашҡан ваҡытта Радий Хәбиров республикала “Ауыл тренеры”на оҡшаш программа төҙөләсәге тураһында белдерҙе. Ул ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен финанс яҡтан дәртләндереүгә арнала. Шулай уҡ, Ҡыйҙы районы үҙәгендә 2022 йылда яңы музыкаль мәктәп бинаһы төҙөләсәк.