Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙә билдәһеҙ ирҙең балалар майҙансығында уйнап йөрөгән малайға һуғыуы төшөрөлгән видео ҙур резонанс тыуҙырҙы. Осраҡ шишәмбе кис Стәрлетамаҡ ҡалаһы Октябрь проспекты урамындағы 93-сө йорт ихатаһында була.
Видеояҙманан күренеүенсә, йорт подъезынан сыҡҡан ир туп-тура бала янына килеп, уға ике тапҡыр һуға, икенсегә һуҡҡанда малай бер метрға ситкә осоп китә. Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тикшереү барышында ике бала араһында низағ сығыуы һәм уларҙың береһенең был турала атаһына ошаҡлауы асыҡланған. Ир уйын майҙансығына килеп кеше балаһына ҡул күтәргән. Артабан ике малайҙың аталары үҙ-ара һуғышып киткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Гөлдәриә Йосопова.