Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөнән көнсығыш юлды төҙөү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы

Ул Төркиәнең "Лимак Холдинг" команияһы директорҙар советы рәйесе Нихат Оздемир һәм Тышҡы сауҙа банкының өлкән вице-президенты Юрий Молчанов менән осрашты. Радий Хәбиров  белдереүенсә, "Көнсығыш юл" Башҡортостан өсөн һуңғы йылдарҙағы иң ҙур транспорт проекттарының береһе. Юрий Молчанов әйтеүенсә, әле төҙөлөштә 750 кеше эшләй. Уларҙың һанын 1 мең 300-гә еткереү планлаштырыла. Нихат Оздемир финанслауҙың өҙөлмәүе өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе, 2023 йылда берҙәм эш һөҙөмтәһе күренәсәк, тине.