Документтың яңы редакцияһына ярашлы, социаль ойошмаларҙа булыусыларға 15 октябргә тиклем үҙ изоляция тәртибе һаҡлана. Республика Башлығы рөхсәте менән дәүләт вазифаларын башҡарыусылар һәм дәүләт органдары етәкселәре эш буйынса сит өлкәләргә һәм илдәргә сыға ала.