Андрей Назаров республика премьер-министры итеп тәғәйенләнде

Уның кандидатураһын Башҡортостан парламенты депутаттары бер тауыштан хупланы. Пленар ултырышта уҡ Радий Хәбиров Андрей Назаровты хөкүмәт рәйесе итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Һәм уға бер ай эсендә башҡарма власть структураһы буйынса тәҡдимдәр индерергә, шулай уҡ хөкүмәт аппаратын булдырырға ҡушылды. Ултырыштан һуң, Андрей Назаров хөкүмәттә буласаҡ үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев фекеренсә, яңы премьер-министр республикала тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бер йыл дауамында Андрей Назаров республика хөкүмәтендә беренсе вице-премьер вазифаһын биләне.