Был турала республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусыларға Иглин, Ишембай, Өфө һәм Көйөргәҙе райондарынан мөрәжәғәт булған. Бөтә осраҡтар ҙа уңышлы тамамланған, аҙашыусылар табылған. Урманға бәшмәк йыйырға барыр алдынан яҡындарға хәбәр итергә, таныш һуҡмаҡтарҙан йөрөргә кәңәш ителә.