Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн Кушнаренко районында теркәлгән. ПАЗ автобусы шул уҡ йүнәлештә барыусы йөк машинаһына бәрелгән, һөҙөмтәлә юлдан ситкә сыҡҡан.
Аварияла балаларҙы оҙатып барған 27 йәшлек ҡатын йәрәхәттәр алған. Балалар зыян күрмәгән, тип хәбәр итәләр Республика автоинспекцияһынан.