Башланғыс класс уҡыусыларының ата-әсәләре мәктәптәрҙә бушлай бирелгән аш сифаты буйынса тәҡдимдәр ҡалдыра ала

Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошондай мөмкинлек булдырылған. Был тәҡдимдәр мәктәптәргә ебәрелә. Шулай уҡ ил хөкүмәте аппараты һәм Мәғариф министрлығына даими отчеттар ебәрелә.

Яңы уҡыу йылында ил буйынса, шул иҫәптән Башҡортостанда 1-се-4-се класс уҡыусылары бушлай йылы аш менән тәьмин ителә.