Бөгөн көндөҙ Кушнаренко районында мәктәп автобусы ҡатнашлығында авария теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Бөгөн көндөҙ Кушнаренко районында Мәскәү – Өфө федераль трассаһының 1289-сы километрында мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, юл участкаһында «Скания» йөк машинаһы менән «ПАЗ» мәктәп автобусы бәрелешкән.

Артабан юл ситенә сығып киткән автобус электр бағанаһына барып төкөгән. Аварияла уҡыусыларҙы оҙатып барыусы 27 йәшлек ҡатын зыян күргән. Был мәлдә автобус салонында 8 бала булған, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Автобусҡа Учхоз ауылына барып етергә 300 метр самаһы ара ҡалған булған. Авария сәбәптәре асыҡлана.

Гөлдәриә Йосопова.