Башҡортостанда бөтә социаль ойошмалар һәм торлаҡ йорттарға йылы бирелде

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев йылытыу миҙгеле башланыуға бәйле сығыш яһаны. Социаль объекттарға килгәндә, өс районда ремонт барыу сәбәпле бер нисә ойошмаға йылы әле бирелмәгән. Торлаҡ йорттарҙың 97 проценты иһә йылытыуға тоташтырылған. Ҡалғандарына бөгөн һәм иртәгә йылы бирелә башлай.

#оперативка #отопление