Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына арналған һәм төрлө йылдарҙа донъя күргән һирәк осрай торған китаптарҙы үҙ эсенә алған.

Әле үҙәк китапханаһының һирәк осраусы китаптар фондында 17 мең самаһы баҫма иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшө Рус география йәмғиәте ярҙамында нәшер ителгән. Баҫмалар араһында экспедициялар хеҙмәттәре, шулай уҡ йәмғиәт  ағзаларының император дәүерендәге авторлыҡ китаптары бар. Белгестәр экспозицияны уникаль тип иҫәпләй. Сөнки улар әлегә тиклем киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарылғаны булмаған. Боронғо баҫмалар менән китапханаға килеп тә, онлайн да танышырға мөмкин. 

Был китап беҙҙең төбәк өсөн дә ҡыҙыҡлы. Сөнки унда Урал-Себер тимер юлын төҙөү мәсьәләһе күтәрелә. Иң беренсе магистраль Төньяҡ Уралдан үтергә тейеш булған. Әммә һуңынан Көньяҡ Урал аша һалырға тигән тәҡдим индерелә. Тап ошо ҡарар ярҙамында Өфө тимер юлы менән тоташа һәм ул республиканың үҫешенә тос өлөш индерә. 

Ирина Ксенофонтова, өлкән китапханасы

Илдар Байбулатов.