Өфө районы судында «Орбита» ай-ти мәктәбенә гражданлыҡ эше ҡаралды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө районы судында менталь арифметика «Орбита» ай-ти мәктәбенә ҡарата Калинин районы прокуратураһының дәғүәһе буйынса гражданлыҡ эше ҡаралды.

Суд яҡтарҙың фекерен тыңлағандан һуң, «Орбита» ай-ти мәктәбенең эшмәкәрлегенән бер кемгә лә зыян килмәгән, тигән ҡарарға килә. Гражданлыҡ эше буйынса бәйһеҙ психологик экспертиза материалдарын өйрәнгәндән һуң, суд Калинин районы прокуратураһының дәғүәһен кире ҡаҡты. Суд ҡарары менән риза булмағанда, биш көн эсендә суд ҡарарының тулы тексты әҙер булғандан һуң, дәғүәсе Юғары судҡа ялыу менән мөрәжәғәт итә ала. 

Был республиканың суд практикаһында тәүге ҡарар. Дәғүәсе, был осраҡта Өфөнөң Калинин районы прокуратураһы «Орбита» ай-ти мәктәбенең Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһындағы законын тупаҫ боҙоу осрағы буйынса етерлек иҫбатлауҙар тәҡдим итә алманы.

Вячеслав Легковой , Өфө районы суды судъяһы

Гүзәл Борханова.