Йорт иҫкергән, әммә авария хәлендә түгел

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Көнсығыш урамында йәшәүселәр бер быуат элек төҙөлгән күп фатирлы торлаҡта йәшәү өсөн шарттар уңайһыҙ булыуын билдәләй. Косметик ремонт күптән ойошторолмаған, һыу ҙа, канализация ла юҡ. Урамда яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылмаған. Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә күренмәгән «ҡара тап» хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Инвалид коляскаһын урамға сығарғандан һуң, Наталья Офий 16 йәшлек ҡыҙы артынан кире фатирына юллана. Йортта пандус юҡ. Шуға церебраль фалиждан яфаланған баланы күтәреп баҫҡыстан атлап төшөргә тура килә. Аҙнаһына кәмендә өс тапҡыр ҡаршылыҡтар аша саф һауаға йөрөргә сығалар. Проблема тиҫтәләрсә йылдар хәл ителмәй. Уңайһыҙ мөхит. Мөмкинлектәр ҙә сикле.

Ҡыҙымды бәләкәй сағынан алып күтәреп  йөрөтәм. Пандус булмауы ҡыйын. Ун бер йыл элек проблема тураһында идарасы компанияға мөрәжәғәт иткәйнем, райондың социаль тәьминәт бүлексәһенән килеп эшләйбеҙ тип ғариза алдылар. Әммә үҙгәреш булманы.

Наталья Офий, Көнсығыш урамы, 30-cы йортта йәшәүсе

120 йыл элек төҙөлгән ағас йорт күп фатирлы һанала. Бында электр уты һәм газдан башҡа бер уңайлыҡ та юҡ. Документтар буйынса йөҙ процентҡа иҫкергән бина авария хәлендә тип танылмаған. Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан Көнсығыш урамында йәшәүселәргә колонканан һыу ташырға тура килә.  Урындағы халыҡ билдәләүенсә, был ҡулайлама күптән эшлектән сыҡҡан. Һыуҙы һүндереү ҙә ауырға төшә.

Төнгө ҡараңғыла фонарь менән йөрөргә тура килә. Урамда яҡтыртыу ҡоролмалары юҡ. Шулай уҡ электр селтәрҙәре лә иҫкергән. Бағаналар ауып бара, сымдар ағас араһында күренмәй. Ҡыҫҡа ялғаныш булһа, бәләне көт тә тор.

Электр энергияһы тимер юлы станцияһынан килә. Сөнки яҡындағы йорттар элек тап уның ҡарамағында булған. Артабан ҡалаға күсерелә. Әммә инженер коммуникациялар иҫкергән булыу сәбәпле, ваҡытында ҡабул ителмәй. Хәҙер беҙ электр энергияһы өсөн ҡалаға түләйбеҙ, ә бағана, сымдар өсөн тимер юлы станцияһы яуаплы.

Игорь Мисюков, Көнсығыш урамы, 32-cе йортта йәшәүсе

Йортҡа килгәндә, унда капиталь ремонт күптән уҙғарылмаған. Ҡыйығынан һыу аға. Бында башлыса өлкән быуын вәкилдәре йәшәй. Милекселәр билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа улар тик алғы ишектәрҙе генә алмаштыртыуға ирешкән.

БСТ каналының ижади төркөмө килгәндән һуң урындағы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре өй янындағы сүп-сар түгә торған соҡорҙо таҙартып, ағастарҙы ҡырҡҡан. Билдәле булыуынса, Көнсығыш урамы, 32-cе һанлы йорт 91 процентҡа иҫкергән. Ҡасандыр капиталь ремонт ойошторолоуы ла икеле.

Йорттоң авария хәлендә булыуы махсус экспертизанан һуң ғына билдәләнә. Милекселәр барлыҡ  документтарҙы туплап ведомство-ара комиссияға мөрәжәғәт итә ала. Ыңғай ҡарар ҡабул ителгәндән һуң ғына, район хакимиәте граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһына индерә.

Александр Кульцук, Өфөнөң Калинин районы буйынса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Көнсығыш урамында йәшәүселәрҙең күбеһе тимер юлы станцияһында эшләгән, ике-өс ҡатлы йорт фатирҙары ике меңенсе йылдан һуң хосусилаштырылған. Техник паспорт буйынса бында һыуы ла, канализацияһы ла була. Әммә уңайлы шарттар тик ҡағыҙҙа ғына. Өлкән быуын вәкилдәре ыңғай үҙгәрештәргә өмөтләнә. Билдәле булыуынса, урамда яҡтартыу ҡоролмалары ҡуйыуға заявка күптән бирелгән.

Гөлназ Хәйбуллина.