Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө-Ырымбур трассаһының 103-сө километрында теркәлгән. Ир ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе үк һәләк булған. Водитель юл ситенән китеп барған йәйәүлене күрмәгән. Авария ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент булмаған.
Тағы ла бер үлемесле авария Ишембай районында теркәлгән. Биксән һәм Һайран ауылдары араһында «Иж планета» мотоциклындағы 49 йәшлек ир, хәүефле боролошта идара итеү һәләтен юғалтып кюветҡа түңкәрелгән. Ул ваҡиға урынында уҡ һәләк булған. Уның водитель таныҡлығы, ә мотоциклдың тейешле дәүләт теркәүе булмауы билдәле. Ваҡиға сәбәптәре тикшерелә.
Рафиҡ Әхмәтшин.