Юғары уҡыу йорттары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек нығый

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уртаҡ маҡсат. Берҙәм проекттар төбәктә асыласаҡ донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәк эшмәкәрлегенә нигеҙ һалыуҙа этәргес булыр тип күҙаллана. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө тикшереү үҙәге етәкселеге тәүгеләрҙән булып үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уртаҡ проект уҡыу йорттарының матди-техник базаһын файҙаланып, тәжрибә уртаҡлашырға, яңы кимәлгә күтәрелергә булышлыҡ итер тип көтөлә.

Республикала университет-ара хеҙмәттәшлек быға тиклем дә әүҙем ойошторола ине, әммә хәҙер килешеү нигеҙендә, аралашыу юридик көскә эйә. Тимәк, артабан уртаҡ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу, тәжрибәле белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн яңы шарттар булдырыла.

Николай Морозкин, БДУ ректоры

Флорида Ким.