Йәш быуынға – аграр белем. Малай-ҡыҙҙар дәрестәрҙә теоретик белемен камиллаштырып, ихата майҙанында практик курс үтә. Был аҙнала йәш аграрийҙар көҙ өлгөрә торған йөҙөмдәрҙе һәм еләктәрҙе үҫтерә. Профилле белем 5-се синыф уҡыусылары өсөн төп дәрестәрҙән һуң ойошторола. Селекцион йүнәлештә малай-ҡыҙҙар сәскәләр, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү серҙәрен өйрәнә.
Флорида Ким.