Башҡортостан юлдарын яҡтыртыу менән Санкт-Петербург компанияһы шөғөлләнәсәк

Республика юл хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бюджеттан 120 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Юлдарҙа ҡояш энергияһында эшләүсе автономлы яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырыла. Йыл аҙағына тиклем йәйәүлеләр өсөн үтеү урындарында һәм туҡталыштарҙа 78 ошондай комплекс ҡуйылырға тейеш.