Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. “Был ҡанун, тәү сиратта, ришүәтселек ихтималлығын иҫкәртә, шулай уҡ, вәкилгә республика биләмәһендә ҡабул итеү бүлмәләрен асыу хоҡуғын нығыта”, - тип белдерҙе парламент рәйесе Константин Толкачев.