Бында эш ҡайнай. Төҙөүселәр буласаҡ фонтанды ҡороу менән мәшғүл, элекке асфальт алып ташлана, бордюрҙар һалына. Төҙөүселәр үҙебеҙҙә етештерелгән материалдар файҙалана. Майҙанға учалы граниты түшәлә. Киләсәктә бында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, тауышлы һәм яҡтыртыулы фонтан була, тирә-яғы тәртипкә килтерелә.
#хабиров #советскаяплощадь