Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә “БУРИНТЕХ” ойошмаһында булды

Ғилми-етештереү предприятиеһы 1999 йылдан эшләй һәм быраулау өсөн юғары сифатлы ҡорамал, реагент етештерә һәм скважиналарҙы капиталь ремонт менән шөғөлләнә. Башҡортостан Башлығы юғары технологиялы һәм роботлаштырылған ҡорамалдарҙы ҡараны. Ойошманы артабан үҫтереү мөмкинлектәре “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында ҡаралды.

#хабиров #буринтех #промчас