Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо уңайҙан “Сатира һәм юмор күҙлегенән” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Баҫманың баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев әйтеүенсә, “Һәнәк” журналына 95 йыллыҡ осорҙа ҙур үҙгәрештәр кисерергә тура килә. Тәүге баҫмалар менән бөгөнгө “Һәнәк” араһында сатира ҡырҡа айырыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЖурналдың актуаллеге һәм популярлығы уның бюрократтарға һәм кире күренештәргә ҡарата мөнәсәбәтен, ҡарашын дөрөҫ һәм ысын сағылдырыуҙа. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов шундай фекерҙә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн “Һәнәк” журналының тиражы 1 мең дана самаһы.
#журнал #хэнэк