Баш ҡаланан көнсығыш сығыу юлы 2023 йыл аҙағына төҙөлөп бөтөләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иҡтисади һәм эпидемиологик ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, баш ҡаланан көнсығыш сығыу юлы 2023 йыл аҙағына төҙөлөп бөтөләсәк. Әле тоннель тауҙы тишеп үтеп, эш йылға ярына күскән. Сираттағы этап – Өфө йылғаһы аша күпер һалыу. Төҙөлөш эштәре менән баш ҡалала асылған «Урал транспорты» форумы сиктәрендә Радий Хәбиров танышты. Халыҡ-ара йыйындың тәүге көнө тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

Был һандарҙы республиканың транспорт системаһындағы быйылғы төп ҡаҙанышы тиергә мөмкин. Юлдарҙа техас юҡҡа сығып тыныс һәм йылдам үҫешкән Башҡортостан урынлаша башланы. «Алға» картаһын ысын мәғәнәһендә уникаль тәжрибә тип атайҙар. Проект тотош илдә уникаль һәм транспорт өлкәһенә ҙур мөмкинлектәр аса.

Башҡортостан транспорты яңырыу осоро кисерә. Ике йыл элек кенә «Башавтотранс» предприятиеһы бөлгөнлөккә төшөп ябылыу хәлендә ине. Хәҙер эске ихтыяж ҡәнәғәтләндерелеп сит төбәктәргә юл йөрөү транспорты хәстәрләнә. Республика етәкселеге ошо маҡсатта бәләкәй автобустар һатып алырға ниәтләй.

Транспорт өлкәһе – техника ғына түгел. Юлдарҙың сифаты ла иғтибар үҙәгендә. Республикала асфальт түшәү технологияһы йылдан-йыл яңыра. Соҡорҙар ҙа кәмей, ти белгестәр.

Шулай ҙа юл төҙөүҙә иң ҙур проект әлбиттә, көнсығыш ҡапҡалар. Салауат Юлаев проспектынан инеп киткән тоннелдең Өфө йылғаһы ярында порталы барлыҡҡа килгән. Әле төҙөүселәр ер ишелеүгә ҡаршы кәртәләр һәм күпер терәүҙәре әҙерләй.

Көнсығыш сығыу юлы Волга буйы федераль округында иң күләмле төҙөлөш. Рәсәйҙә иһә дүрт ҙур проекттың береһе һанала. Төрлө ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, юл 2023 йыл аҙағына әҙер буласаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр.

Шулай ҙа транспорт өлкәһендә хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Заман талаптарына яраҡлаштырылған юлдар, күперҙәр төҙөү, уңайлы логистика үҙәктәре булдырыу, йөк транспортлауҙы камиллаштырыу, пассажирҙар хеҙмәтләндереү сифатын яңы кимәлгә сығарыу һәм башҡалар. Баш ҡалала бишенсе тапҡыр уҙғарылған «Урал транспорты» халыҡ-ара форумында ошо мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары өйрәнеләсәк.

Айнур Кәбиров.