Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре белем усаҡтары янындағы йәйәүлеләр үткәүелдәрен ҡарай. Икенсе тапҡыр ойошторолоусы акция сиктәрендә утыҙға яҡын мәктәп янындағы юл үткәүеле тикшерелгән.
Быйыл августа Черниковка биҫтәһендәге юл үткәүелендә булған ҡурҡыныс авариянан һуң әле тыуып та өлгөрмәгән баланың ғүмере өҙөлдө. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүлеләр үткәүелендә бындай фажиғәләр йыш ҡабатлана.
Юғары тиҙлектә килгән автомобилдәр туҡтап өлгөрмәй. Бигерәк тә мәктәпкә юл аша сығып барыу хәүеф тыуҙыра. Юл билдәләре, тиҙлекте сикләүсе ҡорамалдар, янып һүнеүсе светофор ҙа бар. Тик барыбер өс төҫлө светофор булыуға етмәй, ти Ленин урамындағы 8-се мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре.
Юлда транспорт хәрәкәтен көйләүселәргә ата-әсәләр коллективы талаптарын еткергән.
«Мәктәпкә юл» Бөтә рәсәй акцияһы буйынса Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе вәкилдәре Өфө, Стәрлетамаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа 28 мәктәп янын тикшергән.
Рейдтар һөҙөмтәһендә табылған етешһеҙлектәр буйынса мөрәжәғәттәр әҙерләнә. Улар муниципалитет хакимиәттәренә тапшырыла.
Рәмилә Исмәғилева.