Уҙған төндә Өфөлә ике янғын сығыу осрағы теркәлде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Баш ҡаланың Төньяҡ урамында ике ҡатлы шәхси йорт янды. Кеше ғүмеренә зыян килмәгән. Ваҡиға сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай. Ут Әй урамындағы күп фатирлы йорттан да 10 кешене эвакуацияларға мәжбүр итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Белгестәр, изоляцияһында етешһеҙлектәр булған электр селтәрен файҙаланмаҫҡа, ҡеүәтле электр ҡоролмаларын, мейестәрҙе төҙөклөгөн даими тикшереп торорға кәңәш итә.