Кисә төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Туй кортежында китеп барыусылар пистолет һәм автомат менән бер нисә тапҡыр һауаға атҡан. Был турала ваҡиға шаһиты социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашҡан. Ғүмеренә хәүеф янауына ҡарамаҫтан йәйәүле ҡорал ҡулланыусыларҙы кеҫә телефонына төшөрөп өлгөргән. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре видеояҙманы ҡулланып тикшереү ойошторған. Әгәр ҙә мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килһә, тәртип боҙоусылар законға ярашлы яуаплылылыҡа тарттырыласаҡ. Кемдәр ҡорал йөрөтөргә хоҡуҡлы һәм улар лицензияны ҡайҙан юллай? Теманың дауамы киләһе репортажда.
Ағиҙел буйынан китеп барыусы йәйәүле үҙе лә аңғармаҫтан көтөлмәгән хәлгә тарыған. Иң тәүҙә ҡиммәтле автомобилдәрҙән торған кортеждан бер нисә тапҡыр ҡорал тауышы яңғырай. Һуңынан кемдер сиратлап автоматтан ата башлай.
Интернетҡа һалынған яҙманан автомобилдәрҙең дәүләт номеры ла, ҡорал ҡулланыусыларҙың йөҙҙәре лә күренмәй. Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр кортежда китеп барыусылар кавказ халҡылыр тигән фекерҙә. Әйткәндәй, ғәҙәти булмаған хәл интернет ҡулланыусыларҙа шунда уҡ ҡыҙыу бәхәс тыуҙырҙы. Был осраҡты полиция хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарһыҙ ҡалдырманый.
Ҡоралдың хәүефле икәне бер кемгә лә сер түгел. Шуға ла уның менән эш итеүселәр даими рәүештә белемдәрен камиллаштырып торорға бурыслы. Әлеге ваҡытта «Росгвардия» идаралығының лицензия-рөхсәт эштәре үҙәгендә шәхси һаҡсылар һынау тота. Теоретик белемде тикшереү өсөн уларға 10 һорау бирелә. Имтиханды уңышлы тапшырыу өсөн бер генә хата ебәрергә мөмкин.
Шулай уҡ һаҡсылар ҡул бығауы һәм күҫәк менән дә оҫта эш итә белергә тейеш. Имтихан тапшырыусылар өсөн был да төп бурыстарҙың береһе. Ир-аттар менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа йыл һайын практик белемдәрен камиллаштыраа. Әммә улар өсөн бер ниндәй ҙә ташлама ҡаралмаған. Был ҡағиҙә тирға ла ҡағыла.
Сөйҙә эленеп торған мылтыҡ ҡасан да булһа ата, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Шуға ла белгестәр өйҙә һаҡланған ҡоралды үҙ иркең менән полицияға тапшырырға кәңәш итә. Өҫтәүенә, һәр берәмек өсөн 25 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Әйткәндәй, уның күләме сентябрҙә тағы ла арттырылды. Ә инде 222-cе федераль законға ярашлы, пистолет, мылтыҡ табып уны йортонда һаҡлаған граждандарға енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Йылдың тәүге 8 айында республика йәшәүселәләр үҙ ирке менән полиция бүлектәренә 10 меңдән ашыу хәрби припастар килтергән. Халыҡтың башлыса һырлы көбәкле һунар ҡоралы тапшырыуы күҙәтелгән. Августа ғына уларға миллион һумдан ашыу аҡса түләнгән.
Илдар Байбулатов.