Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм подъездарҙы төҙөкләндереү барышында 500-ҙән ашыу етешһеҙлек асыҡланған

Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттарҙа даими тикшереү үткәрә.

Белгестәр 386 йортто ҡарап сыҡҡан һәм идарасы компанияларға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмә биргән. Быйыл республикала 1 мең 500-гә яҡын күп ҡатлы йортта ремонт бара.