Белорет ҡалаһында быйыл тәүге "Башҡорт ихатаһы" файҙаланыуға тапшырылды

Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған программаға ярашлы, быйыл  күп ҡатлы йорттар янында уйын майҙансыҡтары менән бергә спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡоролмалар урынлаштырыла.

Быйыл октябрь айына тиклем Белорет ҡалаһында тағы 4 ихатаны файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Быйыл "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса  380 йорт яны  биләмәһен комплекслы  төҙөкләндереү маҡсаты  ҡуйылған.