Оло Яланда бүре олой

Иглин районы Оло Ялан ауылы халҡы бүреләргә зарлана. Йыртҡыс һарыҡтарҙы тамаҡлаған. Урмансы Айрат Мырҙағәлин әйтеүенсә, был бүре өйөрө түгел, бер генә йыртҡыс эше.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бүреләр урман сантитарынан һөжүм итеүсе йыртҡысҡа әйләнһә, ауыл халҡы район хакимиәтенә хәбәр итергә тейеш. Улар иһә был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына белдерә. Бер-ике көндә бүреләрҙең һанын көйләү буйынса ҡарар сығарыла.